Күрһәтмә операцияны ҡунаҡ хирургтар ҙа эшләй. Тәжрибәле белгестәрҙең ҡулының һәр хәрәкәте кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға аңлатылып бара. Сит ил табиптары уны инглиз телендә ишетә. Әмәлиәт барышы кәңәшмә залына тура трансляциялана.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының операция бүлмәһендә кеше ғәҙәттәгенән ике тапҡырға күберәк. Операция яһаусы хирургтар өсөн мәшәҡәт тыуҙырмай. Улар ювелир оҫталығы менән үҙ эшен башҡара.
Күрһәтмә операцияны ҡунаҡ хирургтар ҙа эшләй. Тәжрибәле белгестәрҙең ҡулының һәр хәрәкәте кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға аңлатылып бара. Сит ил табиптары уны инглиз телендә ишетә. Әмәлиәт барышы кәңәшмә залына тура трансляциялана.
Методика әмәлиәтте юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итә. Мәҫәлән, хирург күҙҙең иң эске ҡатламын алып донор материалын күсереп ултырта. Операция күреү һәләте юғала башлаған пациентҡа яңынан күрә башлауҙы гарантиялай.
Күҙ табиптары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика ҡалаларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу урындарҙа сифатлы операциялар яһауға мөмкинлек биргән.
Форумда Һиндостан, Тунис, Германия, Маурики утрауы вәкилдәре бар. Күптәр уны онлайн күҙәтә. Әйтергә кәрәк, пандемия сәбәпле, кәңәшмә ике йыл онлайн уҙғарылған.етодика әмәлиәтте юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итә. Мәҫәлән, хирург күҙҙең иң эске ҡатламын алып донор материалын күсереп ултырта. Операция күреү һәләте юғала башлаған пациентҡа яңынан күрә башлауҙы гарантиялай.
Күҙ табиптары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа республика ҡалаларын яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу урындарҙа сифатлы операциялар яһауға мөмкинлек биргән.
Форумда Һиндостан, Тунис, Германия, Маурики утрауы вәкилдәре бар. Күптәр уны онлайн күҙәтә. Әйтергә кәрәк, пандемия сәбәпле, кәңәшмә ике йыл онлайн уҙғарылған.
Офтальмология өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр сессияларҙа ҡаралды. Донъяның алдынғы белгестәре күҙҙәрҙе дауалауҙа теоретик һәм ғәмәли белемен арттырҙы.